Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 10:27

Мәскәүгә Төркиә президенты Эрдоган килде. Путин менән Эрдоган “Мәскәү авиакосмик салоны” менән танышты.

Мәскәүгә Төркиә президенты Эрдоган килде. Путин менән Эрдоган “Мәскәү авиакосмик салоны” менән танышты. Рәсәй, мәғлүм булыуынса, донъяла иң күп ҡорал етештереүселәрҙең береһе. Беҙҙең ҡорал оҫталары АҠШ-тан ҡала, икенсе урынды ышаныслы биләй.

Рәсәй, мәғлүм булыуынса, донъяла иң күп ҡорал етештереүселәрҙең береһе. Беҙҙең ҡорал оҫталары АҠШ-тан ҡала, икенсе урынды ышаныслы биләй.
Рәсәй Президенты менән Төркиә башлығының күргәҙмә ҡаҙаныштары менән танышырға теләүе һис тә осраҡлы түгел. Төркиә Рәсәйҙән С-400 ракета комплекстарын һатып алғандан һуң, АҠШ уларға F-55 самолёттарын һатыуҙан баш тартты, пилоттарын ҡайтарып ебәрҙе.
Эрдоган Төркиәнең оборона һәләтен артабан күтәрергә теләй, ә бының өсөн уға самолёттар етешмәй. Күргәҙмәнең төп экспонаттарының береһе – Су-57 менән ҡыҙыҡһыныуын Эрдоган асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Су-57-гә һоҡланмау мөмкин түгел, АҠШ самолеттары унан күпкә ҡайтыш, беҙҙең самолёт сифатлы һәм арзан, тиҙлеге сәғәтенә 2600 км.-ға етә.
Рәсәй башлығы менән Төркиә лидеры үҙ-ара һөйләшеү ваҡытында Сүриәләге хәлдәрҙе тикшерҙе һәм уртаҡ фекергә килде: илдә һуғыш туҡтатылырға, Сүриәнең территориаль берҙәмлеге һаҡланырға, тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса һөйләшеүҙәр дауам итергә тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас: