Рәсәй Президенты G8 иҫәбендә юҡ, ләкин был Рәсәйҙе G7-не үҙ-ара боҙолошоуға алып барып еткереүгә ҡамасауламаған. Дональд Трамп Рәсәйҙе “Һигеҙ” иҫәбенә ҡайтарыуҙы яңынан күтәргәс, башҡалар менән мөнәсәбәтен боҙған. Трамп әйтеүенсә, ете илгә, Рәсәйҙән башҡа Иран, Сүриә, төньяҡ Корея мәсьәләләрен хәл итеү мөмкин түгел.
Ошо низағ арҡаһында киске аш бик көсөргәнешле булған. Был йәһәттән фекер алышыу, мөнәсәбәт асыҡлау тип аңлағыҙ, бөгөн дә дауам итәсәк.
Быға тиклем Рәсәй Президенты матбуғат сәркәтибе Д. Песков Рәсәйҙе 20 ил иҫәбендәге эшмәкәрлек ҡәнәғәтләндерә, G8-ҙә мохтажлыҡ юҡ, тигән мәғәнәлә белдереү яһап өлгөргәйне.