Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2019, 08:03

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Балалар өсөн тренажерҙар һатып алынды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыусиктәрендә балалар өсөн дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар, тренажерҙар менәнйыһазландырыу күҙ уңында тотола. Әле яңыраҡ Башҡортостандың 11 дауаханаһыбалаларҙы төрлө яраларҙан һуң һөҙөмтәле дауалау өсөн тренажерҙар һатып алды. Хәҙердауаханаларға төрлө йәрәхәттәр алып балалар йыш ҡына мөрәжәғәт итә. Хәҙеруларҙы ныҡлы дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар өсөн дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар, тренажерҙар менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола. Әле яңыраҡ Башҡортостандың 11 дауаханаһы балаларҙы төрлө яраларҙан һуң һөҙөмтәле дауалау өсөн тренажерҙар һатып алды. Хәҙер дауаханаларға төрлө йәрәхәттәр алып балалар йыш ҡына мөрәжәғәт итә. Хәҙер уларҙы ныҡлы дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа бар.


Тренажерҙар Өфө ҡалаһының 17-се һанлы балалар дауаханаһына, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бөрө, Мәсәғүт, Нефтекама, Салауат, Күмертау, Сибай, Октябрьский балалар өсөн тәғәйенләнгән медицина учреждениеларына килтерелгән. Яңы йыһазды Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һынап ҡарағандар һәм бик юғары баһа биргәндәр.
Читайте нас: