Радий Хәбиров республикаға етәкселек итә башлауының тәүге көндәрендә үк юлдарҙа тәртип урынлаштырыу хаҡында ҡәтғи күрһәтмә биргәйне. Әлеге талап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Хәҙер дәүләт ҡарамағындағы пассажирҙар ташыу предприятиелары шәхси эшҡыуарҙар менән уңышлы һәм һөҙөмтәле ярыша ала. Сөнки улар ҡарамағында өр-яңы, уңайлы, заманса автобустар.
Радий Хәбиров: “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн беҙ бөгөн бәләкәй класлы – 60, урта класлы 42 автобусты юлға сығарҙыҡ. Август аҙағына тиклем – 180, ноябрҙа 74 автобус һатып алынасаҡ. Быға тиклем 110 бәләкәй автобус алдыҡ. Барлығы – 527 автобус”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә үҙенең сәхифәһендә.
Республика етәксеһе халыҡты тағы бер яңылыҡ менән ҡыуандырҙы. “Алға” картаһы менән хисаплашаһың да, бер сәғәт эсендә ике-өс автобус алыштырып, теләгән урыныңа барып етәһең. Оҙаҡламай ошо сәғәт эсенә хатта трамвай, троллейбус, электричка ла инәсәк.
Киләсәктә “Алға” картаһы менән шәхси эшҡыуарҙар ҙа файҙалана аласаҡ.