Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 09:49

Владимир Путин дауаханаларҙың эшенән ҡәнәғәт түгел. Халыҡ күпләп ялыу менән мөрәжәғәт итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ултырышында халыҡтың ялыуҙарын дөрөҫ тип иҫәпләүен, һаулыҡ һаҡлау сифатын яҡшыртыу талап ителеүен билдәләне. Поликлиникаларға мөрәжәғәт итеүселәр, Президент әйтеүенсә, насар шарттарға, сираттарға, табиптарҙың етмәүенә зарлана. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре эш күплегенә һәм эш хаҡының аҙлығына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.

Дауаханаларҙа тәүге ярҙамды күрһәтеүҙе яҡшыртыу мәсьәләләренә арналған ултырыш бик көсөргәнешле барҙы. Дәүләт кимәлендә күпме эштәр башҡарыла, аҡса түгелә, ил башлығы үҙе контролдә тота, ә ыңғай яҡҡа үҙгәреш бик ауыр бара. Башҡаса нисек булһын, сөнки бөгөн Рәсәй дауаханаларында 25 мең табип, 135 мең урта мед. персонал етешмәй. Матди-техник база бик насар, күпселек ҡорамалдар 2005-2006 йылдарҙа һатып алынған һәм иҫкергән. Шулай уҡ, транспорт мәсьәләһе киҫкен тора. Күпселек дауахана биналары совет дәүеренән ҡалған, яңыртылмаған һәм бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. Владимир Путин әйтеүенсә, дауахана биналарын ремонтлау бара, ләкин эштәр тулыһынса башҡарылмаған әле.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова таныуынса, бөгөн Рәсәйҙә, ремонтлап яңыртып булмау сәбәпле, 370 дауахана һәм поликлиника емереп ташлауҙы көтә. Аҙмы-күпме сафта булғандары ла хәҙерге талаптарға яуап бирмәй.
Кәңәшмәлә Владимир Путин 1 октябргә тиклем һаулыҡ һаҡлауҙа тәүге ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу программаһын төҙөргә ҡушты. Ошондай уҡ программалар Рәсәй төбәктәрендә лә төҙөлөргә һәм эшләргә тейеш.
Читайте нас: