Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 08:00

Путин Франциянан ҡайтып етмәне, Финляндияға йыйына, ә Макрон осрашыуҙан ифрат ҡәнәғәт.

Франция президенты әйтеүенсә ул Лиссабондан алып Владивостокка тиклем һуҙылған Европаға ышана. Ғөмүмән, Рәсәйҙең киләсәге тулыһынса Европа менән бәйләнгән. Владимир Путин менән Эммануэль Макрон араһындағы һөйләшеүҙәр дүрт сәғәткә яҡын барҙы, хатта фекер алышыуҙар матбуғат коференцияһы ваҡытында ла дауам итте. Ике президент Украина, Сүриә, Ливия һәм башҡа низағлы урандарҙағы хәлде тикшерҙе һәм үҙ фекерҙәрен белдерҙе. #ВладимирПутин

Франция президенты әйтеүенсә ул Лиссабондан алып Владивостокка тиклем һуҙылған Европаға ышана. Ғөмүмән, Рәсәйҙең киләсәге тулыһынса Европа менән бәйләнгән. Владимир Путин менән Эммануэль Макрон араһындағы һөйләшеүҙәр дүрт сәғәткә яҡын барҙы, хатта фекер алышыуҙар матбуғат коференцияһы ваҡытында ла дауам итте. Ике президент Украина, Сүриә, Ливия һәм башҡа низағлы урандарҙағы хәлде тикшерҙе һәм үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
2014 йылғы ваҡиғаларҙан һуң, ниһайәт, Европа шуға төшөндө: Ер шарының сәйәси картаһын хәҙерге көслө, иҡтисади үҫешкә дәғүә иткән Рәсәйҙән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Рәсәй менән Европаны берләштергән таяныу нөктәләре уртаҡ. Әлегә быға Европаның эшлекле даирәләре ныҡлы көс һала, санкцияларҙан баш тартыу тураһында фекер йышыраҡ ишетелә.
Был аҙна Рәсәй Президенты өсөн бик тығыҙ булмаҡсы, ошо көндәрҙә В. Путинды рәсми эш сәфәре менән Финляндияла көтәләр.
Читайте нас: