Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 23:50

Беҙҙе берләштереүсе флаг. Бөгөн Рәсәйҙә дәүләт флагы көнө билдәләнде.

Иң тәүҙә тарихтан бер кәлимә. Ҡыҙыл, күк, аҡ төҫтәрҙән торған Рәсәй флагы 1917 йылғы октябрь түңкәрелешенән һуң ҡыҙыл әләмгә алыштырылды. Ә 1991 йылдың авгусындағы вағиларҙан һуң, РСФСР Юғары советы тарихи флагты яңынан ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. Хәҙер бөтә рәсми сараларҙа һәм тантаналарҙа Рәсәй Федерацияһының өс төҫтән торған флагы ғорур елберҙәй.

Ошо
айҡанлы, бөгөн Чукотка менән Владивостоктан алып, Ҡырым һәм Калининградҡа
тиклем барлыҡ киңлектәрҙә Рәсәй флагы көнө билдәләнә. Ошондай уҡ байрам
саралары бөгөн Башҡортостанда ла үткәрелде.
Читайте нас: