Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2019, 07:07

Владимир Путин Парижда Эмманюэль Макрон менән осрашты. Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр арта бара.

Дүшәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путин бер көнлөк эш сәфәре менән Парижға килде һәм Эмманюэль Макрон менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Владимир Путиндың Парижға сәфәренә Францияның эшлекле даирәләре лә ҙур өлөш индерҙе. Улар Франция президентынан Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы, эшлекле һөйләшеүҙәр башлауҙы талап итә. #ВладимирПутин

Дүшәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путин бер көнлөк эш сәфәре менән Парижға килде һәм Эмманюэль Макрон менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Владимир Путиндың Парижға сәфәренә Францияның эшлекле даирәләре лә ҙур өлөш индерҙе. Улар Франция президентынан Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы, эшлекле һөйләшеүҙәр башлауҙы талап итә.
Быға ғәжәпләнергә түгел, Көнбайыш Европа илдәре Рәсәйгә санкциялар индергәндән һуң, АҠШ-тың баҫымы арҡаһында, байтаҡ ҡына килешеүҙәрҙе өҙөргә тура килде. Ә Рәсәй, киреһенсә, Ҡытай менән яҡынайҙы һәм иҡтисадының үҫешен һаҡлап ҡалды.
Бөгөн Францияның бизнесмендары Ҡытайға ғына түгел, АҠШ-ҡа һәм Германияға ла көнләшеп ҡарай. Сөнки бизнеста урын буш тормай, берәүҙәр бушатҡан урынды икенселәр баҫып алыу сараһын күрә. Франция менән дә шул уҡ хәл күҙәтелә. Улар Рәсәй баҙарынан китеп өлгөрмәне, вакант урындарҙы АҠШ һәм Германия эшлекле даирәләре яулай ҙа башланы. Франция һәм Рәсәй президенттарының осрашыуы үҙ-ара сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе яңыртыу һәм дауам итеү буйынса байтаҡ ҡына һорауҙарға яуап бирҙе.
Читайте нас: