Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Кәңәшмәлә телмәр менән республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны.
– Беҙ шуны аңларға тейешбеҙ – мәғариф системаһы бөгөн үҙенсәлекле ваҡыт кисерә. Беҙҙең Президент раҫлаған милли проекттар – улар ысын мәғәнәһендә реформалар, беҙгә артабан үҫергә ышаныс бирә, - тире Радий Фәрит улы. – Был үҫеш башҡа тармаҡтарға ла ҡарай, ләкин беҙ бөгөн мәғариф тураһында һөйләшәбеҙ. Һандар, факттар менән һеҙҙе йонсотҡом килмәй. Берәй ваҡыт милли проекттарҙың әһәмиәте хаҡында халыҡҡа дөрөҫөн генә еткерә алырбыҙмы икән? Беҙ ниндәйҙер һандар һөйләйбеҙ, кешеләр уны ишетмәй, факттар килтерәбеҙ, ләкин ул халыҡҡа ҡыҙыҡ түгел.
Беҙ халыҡҡа шуны аңлатайыҡ, милли проекттарҙың әһәмиәте шунда, алдағы йылда уҡыусылар мәктәптәрҙә бер яңылыҡты тойоп беләсәк, тағы бер йылдан – икенсене. Беҙ милли проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Миҫал килтерәм: быйыл беҙ 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырабыҙ. Беҙҙең тарихта бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Сөнки беҙ был хаҡта һөйләмәйбеҙ. Шуның өсөн ниндәй матур ваҡытта йәшәүебеҙ хаҡында халыҡҡа еткерәйек.
Мин республика буйлап күп йөрөйөм, мотлаҡ мәктәпкә инәм. Мине нимәһе ғәжәпләндерә, ниндәй генә мәктәпкә килмә, ул иҫкеме, элек төҙөлгәнме, ә нисек матур буялған, ағартылған, таҙартылған. Шуның өсөн, хөрмәтле уҡытыусылар, һөнәрегеҙгә ҡарата һөйөү, изгелек өсөн һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем.
Шулай уҡ хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт, ремонт өсөн аҡсаһын да табалар, ярҙам да итәләр. Ләкин шуны белегеҙ, иҫке мәктәптәрҙең булыуы менән мин риза түгелмен. Беҙ яңы мәктәптәр төҙөйәсәкбеҙ. Шуны онотмағыҙ, уҡытыу кимәле мәктәп иҙәненең паркет сифатына, стенаның нимәнән төҙөлөүенә бәйле түгел.
Республикалағы 500-ҙән артыҡ мәктәптең бәҙрәфтәре урамда ине, балалар 40 градуслыҡ һыуыҡта бәҙрәфкә урамға йүгерҙе. 1 сентябргә беҙҙә йылы бәҙрәфе булмаған мәктәп ҡалмаясаҡ.