Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2019, 07:34

231 кеше үлемдән ҡотолған. Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзин – Рәсәй Геройҙары.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Анапала Именлек Советының даими ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе һәм А321 Аэробусы командиры Дамир Йосоповҡа һәм Икенсе пилот Георгий Мурзинға 226 пассажирҙы үлемдән ҡотҡарғандары өсөн Рәсәй Геройҙары исемдәре биреүҙәре хаҡында иғлан итте. Экипаждың борт-оҙатыусылары Батырлыҡ орденына тәҡдим ителгән. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Анапала Именлек Советының даими ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе һәм А321 Аэробусы командиры Дамир Йосоповҡа һәм Икенсе пилот Георгий Мурзинға 226 пассажирҙы үлемдән ҡотҡарғандары өсөн Рәсәй Геройҙары исемдәре биреүҙәре хаҡында иғлан итте. Экипаждың борт-оҙатыусылары Батырлыҡ орденына тәҡдим ителгән.
Президент “Урал авиалиниялары” компанияһында лётчиктарҙың әҙерлегенең юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Ил башлығы шулай уҡ бындай ваҡиғаларҙың ҡабатланмауын теләне.
Мәғлүм булыуынса, 15 августа А321 Аэробусы 226 пассажир менән осоп киткәс, ике двигателгә лә ҡоштар эләгә. Бер мотор шунда уҡ һүнә, икенсеһе туҡтай башлай. Аэробус командиры Дамир Йосопов һәм икенсе пилот Георгий Мурзин самолетты ергә төшөрөргә ҡарар итә. Аэробусҡа кукуруз баҫыуына ултырыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Был
ваҡиға айҡанлы, әле тикшереү бара. Сөнки экологтар самолеттар осоу маршрутында көнкүреш
ҡалдыҡтары полигоны эшләүен һәм ҡоштарҙың туҡланыу өсөн күпләп йыйылыуы
тураһында алдан иҫкәрткән булған.
Читайте нас: