Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин тармаҡ алдында торған бурыстар, хәл итәһе проблемалар хаҡында һөйләне. Төп талаптар – яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү, мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыу, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү.