Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2019, 14:58

Рәсәйҙә хәҙер һирәгерәк айырылашалар. Шул уҡ ваҡытта, өйләнешеүселәр һаны ла кәмей.

2019 йылдың алты айында 333 мең самаһы никах теркәлгән. Тимәк, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 12,6 процентҡа кәмерәк. Ә бына айырылышыусылар һаны 21,8 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән. Был яҡшымы, әллә насармы?

Аналитиктар Карелия, Ненец автономиялы округы, Удмуртстанда айырылышыусыларҙың кәмеүен билдәләй. Ә бына Магадан, Псков, Һарытау өлкәләрендә айырылышыусылар 33-32 процентҡа артҡан.
Был һандар, беҙҙең бәхеткә, ныҡлы ғаиләләрҙең киләсәген шик аҫтына
ҡуймай. Кешеләрҙе бәхетле ғаилә ҡороуға, балалар үҫтереүгә уртаҡ ынтылыш
берләштерә. Башҡаса мөмкин дә түгел. Һәр кеше ғаиләһе – икенсе яртыһы, балалары
менән генә үҙен тыныс тоя ала.
Читайте нас: