Бөгөн йәй – йәй ҙә түгел, ҡара көҙ һымаҡ. Өшөйбөҙ, йылы кейемдәрҙе эҙләйбеҙ. Ә Японияла йәшәүселәрҙең хәле беҙҙекенән дә насарыраҡ.
Японияла бер аҙна эсендә эҫе ҡояштын 23 кеше һәләк булған, 13 мең самаһы – дауаханаларға эләккән. Урамда кешеләр һирәк күренә, күберәк кондиционер аҫтында ултыралар һәм киске эңерҙе көтәләр.
Ә беҙ өшөйбөҙ, ишелеп, ямғыр яуа. Магнитта нимә булғанын ишеткәнһегеҙҙер. Көслө ямғыр яуып, машиналарҙы күмгән һәм урындарынан ҡуҙғатҡан. Бәлки, аҡҡандарҙыр ҙа. Бәхеткә, ҡаза күреүселәр юҡ.
Дөрөҫ булһа, иртәгә беҙҙә йылыта башлаясаҡ. Бирһен Хоҙай! Беҙгә лә матур көндәр күрергә насип итһен. Хәйер, беҙ ныҡ халыҡ, һыуыҡҡа ғына бирешеп тормайыҡ.
Әйткәндәй, Росгидромет үҙәк рәсәйҙәргә 36 градусҡа тиклем эҫе көндәр фаразлай. Белмәйем, белмәйем, Хрущев 60-сы йылдарҙа – коммунизм, Горбачёв – һәр беребеҙгә фатир, Чубайс “Волга” вәғәҙә иткәйне... Нимә менән бөткәнен үҙегеҙ беләһегеҙ. Шулай ҙа, быйыл бер аҙға, саҡ ҡына булһа ла, йәй килер, һымаҡ.