Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2019, 12:43

Япондар беҙҙең утрауҙарҙы баҫып алған. Был осраҡта беҙ нимә эшләргә тейеш?

Рәсәйҙә миллиондарса гектар ерҙәр яна, Хабаровск, Иркутск өлкәләрендә һыу баҫа, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында ҡоролоҡ, ә Япония, беҙҙең мәшәҡәттәрҙән файҙаланып, Алыҫ Көнсығышта беҙҙең утрауҙарҙы, әлегә картала ғына, баҫып алған һәм үҙҙәренеке, тип иғлан иткән.

Эйе, әлегә картала ғына. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың йәйендә Японияла Олимпия уйындары үтәсәк. Япондар был сараға бик етди әҙерләнә. Олимпиадала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға Японияның хәҙерге картаһын тәҡдим иткәндәр. Был картала хәҙер Рәсәйҙең Курил теҙмәһенә ҡараған дүрт утрау: Шикотан, Итуруп, Хабомаи, Кунашир утрауҙары бер ниндәй нигеҙһеҙ, хатта атышһыҙ һәм баҫып алыуһыҙ япондарҙыҡы тип иғлан ителгән.
Бындай осраҡта беҙ нимә эшләргә тейеш? Алһындар, һис юғы, картаға
төшөрһөндәр, тип ҡул һелтәп булмай бит инде. Юғиһә, үҙебеҙгә лә ерҙәр етмәй.
Мәҫәлән, шәхси йорт төҙөйөм, тип алты сутый ер артынан күпме сабырға, күпме
ришүәт өләшергә һәм аукцион аша һатып алырға тура килә. Ә былар ни
эшләгән? Дүрт тик таштан ғына торған
утрауҙарҙы тартып алғандар ҙа, картаға төшөргәндәр ҙә ҡуйғандар. Әллә беҙ ҙә
шулай итеп ҡарайыҡмы?
Читайте нас: