Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2019, 09:50

Владимир Путин байкерҙар менән Ҡырымға килде. Байкерҙар бөтә донъяны шаулатты.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Урал” мотоциклында текә генә итеп “Төнгө бүре”ләргә килеп ҡушылыуын барлыҡ донъя күрҙе һәм, әлбиттә, шау-шыуһыҙ булманы. Тәүҙә Украина, аҙаҡ АҠШ хакимиәте Рәсәй дәүләте етәксеһенең Ҡырымға аяҡ баҫыуын ғәмәлгә ярамаған эш тип күрһәтергә тырышты. Бындай баһаны алдан уҡ көтөргә мөмкин ине, ләкин Ҡырым беҙҙеке һәм был хаҡта кемдең нимә уйлауы беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Урал” мотоциклында текә генә итеп “Төнгө бүре”ләргә килеп ҡушылыуын барлыҡ донъя күрҙе һәм, әлбиттә, шау-шыуһыҙ булманы. Тәүҙә Украина, аҙаҡ АҠШ хакимиәте Рәсәй дәүләте етәксеһенең Ҡырымға аяҡ баҫыуын ғәмәлгә ярамаған эш тип күрһәтергә тырышты. Бындай баһаны алдан уҡ көтөргә мөмкин ине, ләкин Ҡырым беҙҙеке һәм был хаҡта кемдең нимә уйлауы беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай.
Эйе, Ҡырым Рәсәйҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итә, был хаҡиҡәтте таный башланылар ҙа инде. Бында, әлбиттә, Рәсәй башлығынан көнләшеү ҙә бар, тип баһалай күҙәтеүселәр. Бөгөнгө хәүефле заманда һәр дәүләт башлығын байкерҙар менән асыҡ һауала елдереүен күреү мөмкин түгел. Әгәр ошондай тәүәккәл сәфәргә сыҡмаһа, Путин Рәсәйҙең башлығы булмаҫ ине.
Бәлки Владимир Путин үҙенең сәйәси Олимпҡа килеүенең 20 йыллығын ошондай бик үк рәсми булмаған форматта билдәләгәндер. Әгәр шулай булһа, Путин тағы ла бер тапҡыр барыһын да ғәжәпләнергә һәм һоҡланырға мәжбүр итте. Юғиһә, был хаҡта күптәр белмәй ҡалыр ине.
Читайте нас: