Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2019, 10:15

Төркмәнстан президенты яңы автомобиль һатып алырға теләй. Тимәк, ул беҙҙең арала.

Июль аҙаҡтарында Төркмәнстан президенты ҠорбанғолоБәрҙемөхәммәтов хаҡында оппозиция тарафынан күңелһеҙ хәбәрҙәр таратылғайны.Беҙҙең бәхеткә, улар раҫланманы, хәҙергесә әйтһәк, фейк булып сыҡты.

Июль аҙаҡтарында Төркмәнстан президенты Ҡорбанғоло Бәрҙемөхәммәтов хаҡында оппозиция тарафынан күңелһеҙ хәбәрҙәр таратылғайны. Беҙҙең бәхеткә, улар раҫланманы, хәҙергесә әйтһәк, фейк булып сыҡты.
Төркмәнстанда Каспий диңгеҙе акваторияһы дәүләттәре кәңәшмәһендә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ҡатнашты. Ул Төркмәнстан Президенты резиденцияһына ап-аҡ һәм өр-яңы “Аурус” автомобилендә килеп төштө. Төркмәнстандың хәҙерге башлығына яңы автомобиль ифрат оҡшаны һәм ул яңы лимузиндар һатып алырға риза булды.
“Аурус” юғары етәкселек өсөн Рәсәйҙә етештерелә башлаған автомобиль. Ул дүрт төрлө: седан, лимузин, минивэн һәм внедорожник сифатында ҡулланыусыларға тәҡдим ителәсәк.
Ә инде Төркмәнстан президентына килгәндә, башҡорттарҙа шундай йола бар: әгәр берәй кеше хаҡында баҡыйлыҡҡа күскән, тигән хәбәр сыҡһа, һәм ул раҫланмаһа, ул кеше бик оҙаҡ йәшәй. Оҙон ғүмер һеҙгә, хөрмәтле Ҡорбанғоло Бәрҙемөхәммәтов!
Читайте нас: