Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2019, 11:05

Грузиндар терһәктәрен тешләргә ынтыла. Рәсәй туристары Тбилисиҙы урап үтә.

Грузия хөкүмәте премьер-министры Мамуки Бахтадзе әфәнде белдереүенсә, июлдә Рәсәй туристарының 70 проценты Тбилисиға килеүҙән баш тартҡан һәм ял итергә икенсе яҡҡа осҡан. Юғалтыуҙар иң кәмендә 60 млн. доллар, йәки дүрт миллиард һумға яҡын тәшкил иткән.

Грузия хөкүмәте вәкилдәре төрлө йүнәлештә Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу һәм тура авиация бәйләнешен тергеҙеү юлдарын эҙләй. Рәсәй яғынан был мәсьәлә иң кәмендә бер йыл эсендә яңынан ҡаралмаясағын ҡәтғи билдәләгәндәр. Рәсәй Грузияның хәҙерге сәйәсәтен хупламай һәм үҙ граждандарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе төп талап итеп ҡуя.

Фото: sputnik-georgia.ru
Читайте нас: