Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2019, 17:04

23 йәшлек Эмилде үлемгә нимә этәргән? Йәшәүҙән тура эфирҙа баш тарта.

Инстаграмда Эмилдең күҙ йәштәре аша үҙенә ҡул һалыуын тетрәнмәйенсә ҡарау мөмкин түгел. Еңел автомобиль ҙур тиҙлектә алға елдерә, Эмиль илай һәм һәләкәт алдынан ҡулдары менән битен ҡаплай.

Инстаграмда Эмилдең күҙ йәштәре аша үҙенә ҡул һалыуын тетрәнмәйенсә ҡарау мөмкин түгел. Еңел автомобиль ҙур тиҙлектә алға елдерә, Эмиль илай һәм һәләкәт алдынан ҡулдары менән битен ҡаплай.
Участковый инспекторҙың бергә уҡыған дуҫтары, коллегалары был хаҡта тыныс ҡына һөйләй алмай. Уның йәшәүҙән баш тартырлыҡ бер сәбәбе лә юҡ ине, тиҙәр дуҫтары аноним шарттарҙа. Эйе, эше ауыр, яуаплы, бәлки ул, йомшаҡ күңелле егет, һөнәрҙе лә дөрөҫ һайламағандыр. Йыш ҡына тәүлектәр буйы эшләргә, хатта ялдан баш тартырға тура килә. Шәхси тормош юҡ, тип әйтерлек. Йәштәргә лә, өйләнгәндәргә лә еңел түгел. Хатта был яуаплы эштә сағыштырмаса юғары эш хаҡы ла тотмай. Түҙмәгәндәр һәм арығандар үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдыра.
Бөгөн РФ-ның Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында хеҙмәткәрҙәрҙең әхлаҡи хәлен өйрәнеү буйынса Мәскәү комиссияһы эшләй. Эх, эштәрҙе комиссия менән генә төҙәтеп булһа икән! Эмиль генә түгел, уның яҡындары йәл.
Мәрхүмде коллегалары тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй. Тыныс, ипле, ярҙамсыл
ине, тиҙәр улар. Шулай ҙа бында нимәлер бар. Бер ҙә юҡтан йәш, яңы эш башлаған
егет социаль селтәрҙәр аша тура эфирҙа үҙен-үҙе үлтермәй. Был үлем башҡалар
өсөн киҫәтеү булып яңғыраһын, һуңғыһы булһын ине. Бер-беребеҙгә иғтибарлы
булайыҡ.
Читайте нас: