Стәрлетамаҡ элек-электән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге генә түгел, иң матур ҡалаларҙың береһе лә. Ҡала бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең юғары наградалары – “Алтын ҡала”, “Көмөш ҡала” исемдәренә лайыҡ булды.
Ҡыуаныслы хәл, ҡалала элекке традициялар әле лә һаҡлана. Йорттарҙың подъездарын ремонтлау, “Башҡорт ихатаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу, милли проекттарға ярашлы, юлдарҙы ремонтлау, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы йыһазландырыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла.
Стәрлетамаҡтар, мөмкинлектән файҙаланып, йәшәгән ҡалаларын артабан да
матурлап ҡалырға теләй. “Уңайлы ҡала мөхите” конкурсында еңеп сыҡҡан өсөн ҡаҙнанан
Стәрлетамаҡҡа 360 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо аҡса иҫәбенә ҡала артабан да
төҙөкләндереләсәк, яңы скверҙар, баҡсалар, уңайлы ял урындары барлыҡҡа киләсәк.