Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2019, 10:20

Күршеләрҙә хәлдәр нисек икән? Владимир Путин Ырымбур өлкәһе етәксеһе Денис Паслерҙы ҡабул итте.

Осрашыу ваҡытында Ырымбур өлкәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Денис Паслер РФ Президенты Владимир Путинға төбәктә юлдар, мәктәптәр, дауаханалар төҙөлөшө, өлкәнең социаль-иҡтисади хәле хаҡында һөйләне. Өлкә социаль йүнәлештәге объекттар төҙөү буйынса проблемаларҙы хәл итеүгә ныҡлап тотонған. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу байтаҡ социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға мөмкинлек бирәсәк.

Ырымбур өлкәһендә проблемалар етерлек. Айырыуса, мәктәптәр етмәй. Тулыһынса бер сменалы уҡытыуға күсеү өсөн яҡын йылдарҙа 20-ләп мәктәп төҙөргә кәрәк. 2019 йылдың 1 сентябренә 122 мәктәптә 23 мең самаһы уҡыусы, барлыҡ уҡыусыларҙың 9,6 проценты, икенсе сменала уҡыясаҡ. 2019-2021 йылдарҙа 2574 уҡыусыға иҫәпләнгән алты мәктәп ишектәрен асасаҡ. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 2,84 млрд. һум аҡса бүленгән.
Рәсәй Президенты Ырымбур халҡына билдәләнгән бурыстарын үтәүҙә уңыштар
теләне.
Читайте нас в