Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2019, 10:39

Владимир Путиндың егерме йыллығы. Рәсәйҙең яҙмышын кем хәл иткән?

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты В. В. Путиндың юғары власҡа килеүенә егерме йыл тула. Тәүҙә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, бер нисә көндән – премьер-министр, ә 1999 йылдың декабрь аҙағында – Рәсәй Президенты вазифаһын башҡарыусы. #ВладимирПутин

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты В. В. Путиндың юғары власҡа килеүенә егерме йыл тула. Тәүҙә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, бер нисә көндән – премьер-министр, ә 1999 йылдың декабрь аҙағында – Рәсәй Президенты вазифаһын башҡарыусы.
Тағы бер тапҡыр Путиндың Рәсәйҙе ниндәй шарттарҙа ҡабул итеүен ентекләп һанау артыҡ булыр, тип уйлайбыҙ. Күпселек шул осорҙағы кәмһенеүҙәрҙе, фәҡирлекте, эшләгән өсөн аҡса алмай йонсоп йөрөүҙәрен, пенсия һуңлатыуҙарын онотмағандыр. Етмәһә, Төньяҡ Кавказда һуғыш бара, олигархтар кемуҙарҙан Рәсәй халҡының байлығын бүлешә, милли республикаларҙа суверенитеттар парады тантана итә, халыҡ-ара аренала Рәсәйҙе һанға һуғыусы юҡ.
Хәҙер В. Путин етәкселегендәге Рәсәй донъя кимәлендә аяғында ныҡ баҫып тора, башҡаларҙы үҙе менән иҫәпләшергә мәжбүр итте, Хөкүмәт республикалар менән уртаҡ тел тапты, иҡтисадты һәм сәнәғәтте яйға һалды, олигархтарҙы Кремль коридорҙарынан тигеҙ араға алыҫлаштырҙы, Кавказда конституцион тәртип урынлаштырҙы, беҙҙең өсөн иң мөһиме – эш хаҡын һәм пенсияларҙы ваҡытында түләй башланы.
2000 йылдарҙан беҙҙең көндәргә тиклем Рәсәй иҡтисады алты тапҡыр үҫкән. Ошо үҫеш әле лә һаҡлана, дәүләт үҙ халҡы алдында социаль бурыстарын теүәл үтәй, Рәсәй халҡының тормошо киләсәктә артабан да яҡшырасаҡ. Бының өсөн нигеҙ булып Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Май указдары” нигеҙендә иғлан ителгән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тора. Социаль өлкәлә Рәсәй халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн быға тиклем күрелмәгән, ғәйәт ҙур сығымдар ҡаралған. Улар бер нисә айлыҡ, йәки бер йыллыҡ ҡына эш түгел, саралар программаһы 2024 йылға тиклем ҡаралған.
Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ хәҙер 2000 йылдар башындағы Рәсәйҙә киң ҡолас менән тәртип урынлаштырыусы, ябай кешеләрҙе яҡлаусы, уларҙа киләсәк тормошҡа өмөт уятыусы Путинды һағынабыҙ. Эйе, беҙ хәҙер күберәк эшләйбеҙ, тимәк, эш хаҡы ла, пенсиялар ҙа артығыраҡ түләнеүен теләйбеҙ. Эшләгән кеше ғәҙел фекер йөрөтә, уға, тырышып эшләгән һайын, күберәк түләргә кәрәк. Халыҡ-ара санкциялар, көрсөктәр арҡаһында килеменең кәмеүе түгел, юғарыла ултырғандарҙың уның тырышлығын тейешенсә баһаламауҙары нығыраҡ борсой.
Беҙ үҙебеҙ ҙә хәҙер икенсе. Сағыштырмаса юғары эш хаҡы, тотороҡло тормош, сәйәси торғонлоҡ беҙҙе аҙ әүрәтә. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы мәғлүмәттәр шул хаҡта һөйләй: рәсәйҙәрҙең күпселеге Владимир Путиндың артабан да дәүләт менән етәкселек итеүен теләй.
Эйе, бөгөн Рәсәй аяғында ныҡ баҫып тора. Уның ныҡлығында, көсөндә,
үткәнендә һәм киләсәгендә беҙҙең дә ҡатнашлыҡ бар, сөнки беҙ, һәр беребеҙ уртаҡ
Ватаныбыҙ Рәсәйҙең бер өлөшө, заманында өмөт һәм ышаныс менән яҡшылыҡҡа ынтылып
Владимир Путинды һайланыҡ һәм яңылышманыҡ.
Читайте нас: