Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 18:40

Халыҡ фәҡирләнә, балалар ыҙа сигә. Ауыл балаларының 52 проценты – ярлы ғаиләләрҙә.

Коллектив хужалыҡтарҙың юҡҡа сығыуы, эшһеҙлек,эскеселек, яманатлы “ҡулайлаштырыу” – ауылдарҙың тамырын балта менән сапҡандайбулды.

Росстат был юлы ла ҡыуандырманы, Рәсәйҙә йәшәүсе балаларҙың 26 проценты фәҡирлек сигендә йәшәй.
2017 йыл йомғаҡтары буйынса фәҡирлек сигендә халыҡтың 12,3 проценты (19,4 миллион кеше), 2018 йылдың йомғаҡтары буйынса – 12,9 процент (18,9 миллион кеше) йәшәгән. Фәҡир балалар һаны 2014 йылдағы 20,7 проценттан 2015 йылда 27,4 процентҡа тиклем күтәрелгән.
Үкенескә ҡаршы, фәҡирлек мәсьәләһе ауылда йәшәүселәр өсөн айырыуса киҫкен тора. Әгәр 2017 йылда балаларҙың 45 проценты фәҡир ғаиләләрҙә йәшәһә, былтыр был һан 52,2 процентҡа еткән. Фәҡирлек кимәле айырыуса күп балалы ғаиләләрҙә юғары. Быға ғәжәпләнергә түгел, коллектив хужалыҡтарҙың юҡҡа сығыуы, эшһеҙлек, эскеселек, яманатлы “ҡулайлаштырыу” – ауылдарҙың тамырын балта менән сапҡандай булды. Был реформалар күп балалы ғаиләләрҙе ауыр хәлгә ҡуйҙы. Әгәр ошолай дауам итһә, Рәсәйҙә демографик көрсөк артабан да киҫкенләшәсәк.
Читайте нас: