Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 18:19

Донбасстағы хәлдәр һеҙҙе борсоймо? В. Путинға Украина президенты В. Зеленский шылтыратҡан.

21 июлдә Донбасс ғәскәрҙәре һәм Украина ҡораллы көстәре араһында ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырылғайны. Һуңғы көндәрҙә килешеү боҙолдо, Украина армияһы Донбасс ҡалаларын һәм ауылдарын ҡыҙыу утҡа тота, ике яҡтан да ҡорбандар бар.

Владимир Зеленский ашығыс рәүештә Владимир Путинға шылтыратырға мәжбүр булған. Һөйләшеүҙәрҙә төп тема булып Украинаның көньяҡ-көнсығышында конфликтты көйләү һәм ныҡлы тыныслыҡ урынлаштырыу тора. Зеленский Донбасс яғына йоғонто яһауҙы һорай, ә Владимир Путин фекеренсә, Украина хәрбиҙәренең Донбасстағы ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы утҡа тотоуын туҡтатырға кәрәк. Ике яҡ та Минск килешеүҙәренең үтәлеүен мөһим тип баһалай. Рәсәй Президенты 21 июлдә урынлаштырылған ваҡытлыса тынлыҡ тәртибен үтәүгә баҫым яһаған.
Читайте нас: