Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 19:10

Беҙҙең полицияны нисек һаҡларға? Тағы ла бер полицейский үҙенең ғүмеренә ҡул һалған.

Ошо аҙнала Өфөлә тағы ла бер хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре “Инстаграмм” социаль селтәре аша тура эфирҙа беҙҙең аранан китте. Ул үҙенең еңел автомобиле менән тик ултырған йөк автомобиленә бәрелгән.

Башҡортостандағы РФ Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында былтыр 10 полицейский үҙ ихтыяры менән йәшәүҙән ваз кисте. Барлыҡ Рәсәйҙә был күрһәткес 50 кеше тәшкил итә. Ниңә был һан юғары, йәшәүгә нимә ҡамасаулағандыр, һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Ошо аҙнала Өфөлә тағы ла бер хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре “Инстаграмм” социаль селтәре аша тура эфирҙа беҙҙең аранан китте. Ул үҙенең еңел автомобиле менән тик ултырған йөк автомобиленә бәрелгән. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар ярҙамында ғына емерелгән автомобилдән сығарғандар.
Һәр кем үҙ ғүмеренә үҙе хужа. Шулай ҙа хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре
араһында суицид осраҡтарының күбәйеүе борсомай ҡалмай. Уларҙың ата-әсәләре,
бәлки ғаиләләре, яҡындары булғандыр. Бәлки психологтарҙы, дини руханиҙарҙы
ярҙамға саҡырып ҡарарға кәрәктер. Беҙ генә белмәйбеҙ, полицейскийҙарҙың
күпселеге намыҫлы, ғәҙел хеҙмәткәрҙәр. Әллә улар эш тәртибе, ғәҙелһеҙлектәр
менән риза түгелме? Эйе, эш тә, тормош та ауыр, ләкин берәү ҙә бер ниндәй сәбәпһеҙ
үҙ ихтыяры менән йәшәүҙән ваз кисмәй.
Читайте нас: