2 сентябрҙән АҠШ хакимиәте ҡоралһыҙланыу буйынса ғәмәлдәге килешеүҙәрҙән сығыуы тураһында иғлан итте һәм бының сәбәпсеһе итеп Рәсәйҙе ғәйепләне. Әйтергә кәрәк, ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ һәм бер факт менән дә нығытылмаған.
Рәсәп Президенты Владимир Путин АҠШ тарафынан килешеүҙең өҙөлөүен “уйҙырмалар нигеҙендә” тип баһаланы һәм Вашингтон Ер шарында атом ҡоралын кәметеүгә йүнәлтелгән күп йыллыҡ тырышлыҡты юҡҡа сығарҙы, тип билдәләне. Владимир Путин: “АҠШ килешеүҙе бер яҡлы өҙгән осраҡта ла, Мәскәү һөйләшеүҙәрҙе дауам итеү яҡлы”, – тине.