Милли проекттар тос һәм етди бурыстар ҡуя. Ләкин аҡса бар, маҡсат билдәле, барыһы ла ал да гөл буласаҡ тип өмөтләнеүселәр хаталана.
Рәсәй Хөкүмәте премьед-министры Дмитрий Медведев Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарынан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса графиктарҙың өҙөлөүе сәбәптәрен аңлатыуҙы талап итте. Мәҫәлән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырғанда 20 төбәктә модуль ФАП-тары һәм амбулаторийҙар өсөн әле булһа ер бүленмәгән. Мәғариф министрлығы 13 төбәктә балалар баҡсаһы төҙөүҙе ваҡытында үтәмәгән, “Демография” милли проектына бәйле объекттарҙың әҙерлек кимәле 13 проценттан артмай. Премьер-министр “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы етешһеҙлектәрҙе билдәләне.
Хөкүмәт башлығы төбәктәр губернаторҙарына милли проекттарҙы ваҡытында
үтәмәүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим итте.