Урындарҙан хәбәр ителеүенсә, ата-әсәләр Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы” законды ҡыуанып ҡабул итте. Бындай үҙгәрештәрҙе халыҡ күптән көтә ине.
Рәсәй Президенты үҙе лә “Май указдары”на ҡул ҡуйғандан һуң кешеләргә ҡағыҙҙар һәм отчёттар түгел, ысынбарлыҡтағы ыңғай үҙгәрештәр кәрәк, тип баҫым яһағайны. Был закон демография проблемаларын ыңғай хәл итергә мөмкинлек биререргә тейеш. Президент билдәләгәнсә, күп балалы ғаиләләр Рәсәй өсөн ғәҙәти модаға әйләнһен.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Владимир Путин беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйғайны.