Республиканың яңы етәкселеге бөйөк шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү, Өфөнө матурлау буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Халыҡ быйыл бөйөк шағирҙарыбыҙ Ғабдулла Туҡайға һәм Шәйехзада Бабичҡа һәйкәлдәр асыуҙы хуплап ҡаршы алды. Өфөнөң иң ҙур һәм иҫтәлекле майҙандарының береһендә оҙаҡламай батыр генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле барлыҡҡа киләсәк.
Генерал һәйкәле хәҙерге Совет майҙанында урын аласаҡ, ә майҙан үҙе Генерал Шайморатов исемен йөрөтәсәк, тип фараз ителә. Ә майҙандың аҫтында күп ҡатлы парковка төҙөләсәк, ә өҫтә гөл-баҡсаға күмелгән сквер ҡалаға йәм өҫтәйәсәк.
Әйткәндәй, Совет майҙаны властарҙың иғтибарынан элек тә ситтә ҡалмаған. Хатта Салауат Юлаевтың хәҙерге һәйкәле ошонда урын алырға тейеш булған. Бары тик һәйкәл авторы Сосланбәк Тавасиевтың ныҡышмалылығы менән генә Салауат Юлаев Ағиҙелдең иң бейек ярында мәңгелеккә урынлашҡан.