Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 11:13

АҠШ өсөн ҡара көндәр. Путин ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

Үткән ял көндәре АҠШ өсөн ҡара көндәр булып тарихҡа инәсәк. Дейтон ҡалаһында ҡоралланған ир туғыҙ кешене атып үлтергән, егерме етеһен яралаған. Һөжүм итеүсе полиция тарафынан юҡ ителгән. Ә бынан бер көн алда Эль-Пасоның сауҙа үҙәгендә үлтереүсе ҡулынан егерме кеше һәләк булған, утыҙлабы яраланған. Чикаго ҡалаһында енәйәтсе ете кешене яралаған.

АҠШ президенты Дональд Трамп был енәйәттәрҙе көс структуралары менән тикшергән һәм: “Нәфрәт өсөн беҙҙең илдә урын юҡ, беҙ был хаҡта хәстәрлек күрәбеҙ”, – тип белдергән.
АҠШ-тың ҡайһы бер сәйәсмәндәре президентты раса-ара низағтарҙа, эммигранттарға ҡаршы һүҙ әйтеүендә, расизмда ғәйепләгән. Америка сенаторы Кори Букер: “Был енәйәттәр өсөн Дональд Трамп яуап бирә. Сөнки ул ҡурҡыу, нәфрәт, фанатизм тойғоһо уята”, – тип сығыш яһаған.
Һәләк булыусылар араһында Мексика граждандары күп, илдең Сит ил эштәре министры Марсельо Эбрард яҡташтарының именлеген тәьмин итеүҙе талап иткән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин фажиғәләр айҡанлы АҠШ президенты Дональд Трампҡа ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәргән.
Читайте нас: