БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Ошо проект ҡуйған маҡсатҡа ярашлы, йыл һайын 2145 кеше, ә 2024 йылға тиклем 14 меңләп кеше яңы һөнәр үҙләштерергә, йәки булғанын камиллаштырырға тейеш. Бының өсөн 2024 йылға тиклем 1 миллиард 165 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Киләсәген ҡайғыртҡан предприятелар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса хәстәрлек күрә башланы. Мәҫәлән, “Алексеевский” совхозы – 523 кешене, “Искож” предприятиеһы – 401 кешене, яуаплылығы сикләнгән “БАСЭТ” йәмғиәте – 90 кешене, “Прогресс” предприятеһы – 94 кешене, “Калинин исемендәге” агропредприятие 192 кешене уҡытыуға министрлыҡ менән килешеүҙәр төҙөнө.