Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2019, 20:05

Эшләүсе пенсионерҙарҙы иҫкә төшөрҙөләр. 2016 йылдан һуң тәүге тапҡыр (ниһайәт!) пенсияларҙы арттырасаҡтар.

РФ Пенсия фонды, барыбер насар йәшәмәйҙәр, тип эшләгән хаҡлы ялдағыларҙы онотоп бөткәйне инде. Көтмәгәндә уларҙы иҫкә төшөрҙөләр һәм пенсияларына индексация үткәрәсәктәр. Бының өсөн пенсия фондтары урынлашҡан уңайлы офистарҙы, һауалы хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефен үҙеңдең күренеүең менән төшөрөргә ярамай, шылтыратып та, ваҡыттарын алмағыҙ. Һәр берегеҙгә индексация автоматик рәүештә хисапланасаҡ.

Бының өсөн һеҙ эшләгән предприятие, ойошма һәм учреждение страховка взностарын ғына түләргә тейеш. Күпмегә артасаҡ, тигән һорау һеҙҙе борсойҙор. 81 һумдан 244 һумға тиклем артыуы бик ихтимал.
Рәсәйҙә эшләүсе хаҡлы ялдағылар һаны кәмей. Мәҫәлән, 2016 йылдың башына 15 миллион пенсионер эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 9,8 миллионға тиклем кәмегән. Ә Рәсәйҙә халыҡ кәмей, вакансиялар арта, тимәк, эшсе ҡулдар етешмәй. Эшләгәндәргә лә пенсия өҫтәһәләр, бәлки, тир түгергә теләүселәр ҙә күбәйер әле.
Читайте нас: