«Башинформ» агентлығы баш мөхәррир урынбаҫары Алик Фәйез улы Шакировтың һөйөклө ҡатыны Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының элекке урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, йәмәғәт эшмәкәре Рәлиҙә Муса ҡыҙы Шакирова 62-се йәшендә ҡаты сирҙән донъя ҡуйҙы.
Шакирова (Ғәйфуллина) Рәлиҙә Муса ҡыҙы 1957 йылдың 5 ноябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында тыуған. 1980 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, 1980-1981 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы 13-сө дауаханаһының балалар бүлексәһендә педиатрия буйынса табип-интерн, 1981-1986 йылдарҙа — Өфөнөң 36-сы поликлиникаһында балалар табибы, 1986-2007 йылдарҙа — 2-се Республика клиник дауаханаһының Психоневрология һәм эпилептология балалар үҙәге табибы булып эшләй. 2008-2015 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
2006 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ «Юғары категориялы табип-педиатр», «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы», «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тигән исемдәргә эйә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Хөкүмәтенең маҡтау грамоталары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу өсөн берҙәмлек» миҙалы, Украина Чернобыль союзының «Кешелеклелек һәм миһырбанлыҡ» ордены, Республика перинаталь үҙәгенең «Хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
80-дән ашыу ғилми мәҡәлә, 26 фәнни йыйынтыҡ авторы һәм авторҙашы. Уның етәкселегендә табиптар һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар өсөн 24 уҡыу ҡулланмаһы әҙерләнгән. Башҡорт һәм рус телдәрендә ата-әсәләр өсөн «Сәләмәт бала» ҡулланмаһы авторҙашы. Ул республиканың бала табыу бүлексәләрендә яңы тыуған сабыйға бүләк йыйылмаһы менән бергә тапшырыла.
Коллегабыҙ Алик Фәйез улының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
“Ағиҙел”журналы редакцияһы коллективы.