БР Финанс министрлығы белдереүенсә, ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында ҡаҙнаның килем өлөшө 105,7 миллиард һум, ә сығымдар 102,6 миллиард һум тәшкил иткән. Шулай итеп, айырма, йәки, беҙҙең осраҡта профицит – килемдең сығымдарҙан юғары булыуы – 3,1 миллиард һум.