Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьевты ҡабул итте һәм төбәктәрҙә торлаҡ-коммуналь хужалығына тарифтарҙың артыуы менән риза булмауын белдерҙе.
“Төрлө кимәлдә барлыҡҡа килгән ҡағыҙҙар һәм һүҙҙәр бер-береһенән мәғәнә яғынан айырылмаһындар ине. Кешеләр улар файҙаһына сығарылған ҡарарҙарҙың ысынбарлыҡҡа әйләнеүен теләй”, – тип билдәләне Владимир Путин.
Үкенескә ҡаршы, урындағы властар юғарыла ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы үтәй алмай. Президент билдәләүенсә, граждандарҙан хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына төрлө төбәктәрҙән ялыуҙар килә.
Игорь Артемьев аҡланыуынса, Рәсәй Хөкүмәте бына бер нисә йыл рәттән инфляциянан юғары хаҡтар билдәләмәй, киреһенсә, тарифтар “инфляция – минус” тәртибе буйынса ҡуйыла.
Рәсәй Президенты коммуналь тарифтар менән шөғөлләнеү хаҡында ҡәтғи күрһәтмә бирҙе.