Иркутск өлкәһенең ике районын һыу яңынан баҫа башланы. Шул сәбәпле, йөҙҙәрсә кешене ҡотҡарырға һәм хәүефһеҙ урынға сығарырға тура килгән. Кешеләр ваҡытлыса урынлашыу пункттарында һыйыныу урыны тапҡан.
Оҙайлы һәм көслө ямғырҙар Нижнеудинск һәм Тулун райондарын тағы ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Һыу кимәле Уда йылғаһында 307 сантиметрға, ә Тулун районында Иа йылғаһы 763 сантиметрға тиклем күтәрелгән. Әлегә алты районда ҡотҡарыу эштәре бара.
Ун көн элек Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһенә йорт-ерһеҙ ҡалғандарҙы урынлаштырыуҙың нисек барыуын тикшереү өсөн сентябрҙә килергә вәғәҙә иткәйне. Әгәр һыу баҫыу дауам итһә, Президентҡа иртәрәк юлланырға тура килмәгәйе.