Үткән төн Ейәнсура районының Сәғит ауылы эргәһендә янғын сыҡҡан. Кешеләр барып ҡараһа, еңел автомобиль эсендә ике янған мәйет табылған. Әлегә тикшереү эштәре бара, кешеләрҙең кем икәнлеге һәм ни сәбәптән үлеүҙәре асыҡлана.
Әлегә мәрхүмдәрҙең исем-фамилияһы, ҡайҙан килеүҙәре билдәле түгел. Тикшереү эштәре ҡорбандарҙың кем икәнлеген асыҡларға мөмкинлек бирәсәк, тип көтөлә.