Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2019, 11:13

Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Чейзер. Донъяның иң аҡыллы эте вафат булған.

АҠШ-та 15-се йәшендә Бордер-колли тоҡомло Чейзер ҡушаматлы Ер шарының иң белемле һәм аҡыллы эте ҡартлыҡтан вафат булған. Эт хужаһы Джон Пилли элек психиатр булып эшләгән һәм эттәрҙе тәрбиәләү буйынса махсус методика булдырған. Эте менән көн һайын 4-5 сәғәт шөғөлләнгән. Үҙ методикаһында балалар өсөн уйынсыҡтар, техник саралар, һүҙ яҙылған таблицаларҙы киң файҙаланған. Чейзер үҙ ғүмерендә 1022 һүҙҙе аңлай башлаған, тик һөйләшергә барыбер өйрәнә алмаған.

Джон Пилли үҙе бер йыл элек вафат булған һәм эттәр өсөн тәғәйенләнгән зыяратта ергәнгән. Мәрхүм Чейзер ҙа хужаһы эргәһендә һуңғы төйәк тапҡан.
Читайте нас: