Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2019, 10:11

Күпселек Владимир Путиндың эшмәкәрлеген хуплай. Ә бына Хөкүмәткә һорауҙар бар

Рәсәйҙең халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр иғлан итте. 2019 йылдың июленә һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 64,3 проценты Рәсәй Президенты В. Путиндың эшмәкәрлеген хуплай, шул уҡ ваҡытта 27,4 процент кире баһалай.

Ә бына Хөкүмәт эшмәкәрлегенә ҡарата уйланырға урын бар. Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 37,8 проценты Хөкүмәт Башлығы Д. Медведевтың эшмәкәрлеген хуплай, ә Хөкүмәттең эшен 41,2 процент ыңғай баһалай.
Шул уҡ ваҡытта Д. Медведевтың эшмәкәрлеген 47,8 процент, Хөкүмәт эшмәкәрлеген 46,4 процент кире баһалай.
Халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге белдереүенсә, Рәсәй халҡының 72,4 проценты – Путинға, РФ Премьер-министры Медведевҡа – 37,5 процент, Жириновскийға 36,5 процент ышана.
Читайте нас: