Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль 2019, 10:00

Рәсәй Президенты Иркутск өлкәһе губернаторын тәнҡитләне. Губернаторҙар яуаплылыҡтан ҡасырға тейеш түгел.

Рәсәй Президенты Иркутск өлкәһе губернаторын тәнҡитләне. Губернаторҙар яуаплылыҡтан ҡасырға тейеш түгел. Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ултырышында Иркутск өлкәһендә бәләгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен ҡараны. Ултырышта Президент Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченконы һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү комиссияһына етәкселек итмәгәне өсөн етди тәнҡитләне. Был эште губернатор Өлкә Хөкүмәте рәйесенә йөкмәтеп ҡуйған һәм яуаплылыҡтан ситләшкән. Һыу баҫҡан төбәктәрҙә халыҡ ярҙамға мохтаж. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виталий Мутко ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүҙә туранан-тура ҡатнаша. Хөкүмәт ултырышы тура эфирҙа “Рәсәй” телеканалы аша күрһәтелде. Президент бәләгә тарыусыларға аныҡ ярҙамдар күрһәтеү тураһында күрһәтмәләр бирҙе... Дауамы: #ВладимирПутин

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ултырышында Иркутск өлкәһендә бәләгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен ҡараны. Ултырышта Президент Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченконы һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү комиссияһына етәкселек итмәгәне өсөн етди тәнҡитләне. Был эште губернатор Өлкә Хөкүмәте рәйесенә йөкмәтеп ҡуйған һәм яуаплылыҡтан ситләшкән. Һыу баҫҡан төбәктәрҙә халыҡ ярҙамға мохтаж. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виталий Мутко ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүҙә туранан-тура ҡатнаша. Хөкүмәт ултырышы тура эфирҙа “Рәсәй” телеканалы аша күрһәтелде. Президент бәләгә тарыусыларға аныҡ ярҙамдар күрһәтеү тураһында күрһәтмәләр бирҙе.
Һыу баҫыу Иркутск өлкәһендә июнь аҙағында башланғайны, һыу ике райондың йөҙләп ауылын баҫты. Бәләкәй генә йылғалар, ҙур ташҡын булып, өйҙәрҙе күсереп алып китте. 25 кеше һәләк булды, 7 кешенең яҙмышы әле булһа билдәле түгел, 38 мең кеше зыян күреүселәр исемлегендә.
Һуңғы арала Рәсәй Президенты Иркутск өлкәһендә ике тапҡыр булып өлгөрҙө.
Шул уҡ ваҡытта, Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев һыу баҫҡан биләмәләргә бер тапҡыр ҙа килмәне һәм бәләгә тарығандарға ярҙамды кабинеттан ойоштороу менән шөғөлләнде. Әлеге ваҡытта ҡазаға тарығандарға 2 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Ләкин урындағы халыҡ ярҙамды ойоштороу насар, тип иҫәпләй.
Читайте нас в