Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль 2019, 09:56

Милли проекттар: бурыстар һәм эштәр Икенсе смена оҙаҡламай бөтәсәк

Милли проекттар: бурыстар һәм эштәр Икенсе смена оҙаҡламай бөтәсәк БР Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2024 йылға тиклем Федераль һәм Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 17,5 млрд. һум иҫәбенә 7 федераль проект финансланасаҡ. Иң беренсе сиратта белем биреү учрежденияларының матди-техник базаһын нығытыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү тора... Дауамы: #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #национальныепроекты

БР Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2024 йылға тиклем Федераль һәм Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 17,5 млрд. һум иҫәбенә 7 федераль проект финансланасаҡ. Иң беренсе сиратта белем биреү учрежденияларының матди-техник базаһын нығытыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү тора.
Быйыл ғына ”Мәғариф” милли проекты иҫәбенә яңы белем биреү учреждениялары төҙөү өсөн 1 млрд. һум аҡса бүленгән. Мәктәптәрҙән тыш быйыл һәм киләһе йылға 40 мәктәпкәсә балалар учреждениеһы сафҡа инәсәк.
Үкенскә ҡаршы, республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың 10 проценты икенсе сменала белем ала. Яңы мәктәптәр төҙөү иҫәбенә, яҡын йылдарҙа уҡыу-уҡытыуҙы бер сменала ойоштороу тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас в