Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2019, 11:20

Путиндың сираттағы еңеүе. Украиналағы һайлауҙар тыныслыҡ файҙаһына тамамланды.

Путиндың сираттағы еңеүе. Украиналағы һайлауҙар тыныслыҡ файҙаһына тамамланды. Сит ил күҙәтеүселәре Украиналағы һайлау йомғаҡтарын шунда уҡ Рәсәйҙең, атап әйткәндә, уның Президентының сираттағы еңеүе, тип баһаланы. Былай тип әйтергә нигеҙ бар, сөнки Рәсәй – Украина мөнәсәбәттәре Ҡырым ярымутрауы үҙ ихтыяры менән Рәсәйгә әйләнеп ҡайтҡандан һуң ҡырҡа боҙолдо. Көнбайыш илдәре ярҙамында ойошторолған дәүләт түңкәрелеше Майҙандағы алыштарға килтерҙе һәм Украина дәүләтен икегә бүлде. Хәҙерге президент Владимир Зеленскийҙың “Халыҡ хеҙмәтсеһе” партияһы әлегә үҙенең еңеүен тантана итеү менән мауыға. Халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәктәре әйтеүенсә, украиндар эске һәм тышҡы ҡаршылыҡтарҙан арыған, тыныс тормошта йәшәргә теләй. Шуға дәлил – элекке Евромайҙан яугирҙарынан бер боевик та депутат мандатын яулай алмаған... #ВладимирПутин

Сит ил күҙәтеүселәре Украиналағы һайлау йомғаҡтарын шунда уҡ Рәсәйҙең, атап әйткәндә, уның Президентының сираттағы еңеүе, тип баһаланы. Былай тип әйтергә нигеҙ бар, сөнки Рәсәй – Украина мөнәсәбәттәре Ҡырым ярымутрауы үҙ ихтыяры менән Рәсәйгә әйләнеп ҡайтҡандан һуң ҡырҡа боҙолдо. Көнбайыш илдәре ярҙамында ойошторолған дәүләт түңкәрелеше Майҙандағы алыштарға килтерҙе һәм Украина дәүләтен икегә бүлде. Хәҙерге президент Владимир Зеленскийҙың “Халыҡ хеҙмәтсеһе” партияһы әлегә үҙенең еңеүен тантана итеү менән мауыға. Халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәктәре әйтеүенсә, украиндар эске һәм тышҡы ҡаршылыҡтарҙан арыған, тыныс тормошта йәшәргә теләй. Шуға дәлил – элекке Евромайҙан яугирҙарынан бер боевик та депутат мандатын яулай алмаған.
Европа Советы үҙенең күңеле төшөүен йәшермәй, шунда уҡ, һайлауҙарҙа көндәшлек әҙ булды, конкуренция етешмәне, тип иғлан итеп өлгөрҙө.
Читайте нас: