Башҡортостанда теркәлгән үлем осраҡтарының яртыһы тип әйтерлек йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәре арҡаһында икәнлеге билдәле. Шуны күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ҡараған “Йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһын тормошҡа ашыра башланы.
Ошо программаға ярашлы, дауалау һәм диагностика эштәрен яҡшыртыу өсөн махсус ҡорамалдар ангиографтар, компьютерлы һәм магнитилы томографтар һатып алынасаҡ, медицина ярҙамы төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә лә күрһәтеләсәк. 2024 йылға тиклем йөрәк өйәнәге, мейе ҡан әйләнеше боҙолоуынан вафат булыусылар һанының кәмеүенә килтерәсәк. Финанслау күләме 2,4 млрд. һум тәшкил итәсәк.
Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 1,7 триллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.