Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2019, 11:23

Төркмәнстан президенты хаҡында күңелһеҙ хәбәрҙәр. Ҡорбанғоло Бәрҙемөхәммәтов менән бәхилләшергә ашыҡмағыҙ.

Кисә интернет киңлектәрен Төркмәнстан президенты Ҡорбанғоло Бәрҙемөхәммәтовтың ҡапыл вафаты хаҡында хәбәрҙәр баҫып алды. Әллә үлгән, әллә ағыулағандар. Кемгә ышанырға ла белеп булмай, исмаһам, үҙе сығып күренмәй, һаулығын белдермәй. Оло йәштәге әсәһе лә дауаханала ята икән. Етмәһә, Төркиәнән бик көслө табиптар килеп ҡайтҡан, араларында реаниматолог та булған, имеш.

Бындай хәбәрҙәр йыш ҡына ишетелгеләп тора. Оппозицияға ҡараған көстәрҙең үҙҙәре көҫәгәнде ысынбарлыҡ итеп күрһеге килә.
Әлегә бер генә кире ҡағыу бар, уныһы ла Төркмәнстандың Рәсәйҙәге илселегенән. “Әҙәм ышанмаҫлыҡ ялған, президент иҫән-һау”, – тиҙәр улар.
Элекке СССР киңлектәрендә хәҙерге Төркмәнстанды төньяҡ Корея менән генә сағыштыралар. Һүҙ, сәйәси азатлыҡ – юҡ кимәлендә. Һуңғы йылдарҙа энергия сығанаҡтарына хаҡтарҙың ныҡлы төшөүе газ һатыу иҫәбенә ҡаҙнаһын тулыландырған илде ауыр хәлгә ҡуйҙы. Бөгөн Төркмәнстан иң күп газ ятҡылыҡтарына эйә булған дәүләттәрҙең береһе. Етәкселек халыҡ алдындағы социаль бурыстарын ауырлыҡ менән үтәй, әгәр дөрөҫ булһа, магазиндарҙа аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ, хатта икмәк талондар буйынса һатыла. Бына-бына газға хаҡтар күтәрелер, ҡаҙна тулыланыр, халыҡ элекке һымаҡ аҙмы-күпме мул йәшәй башлар, тип өмөт итергә генә ҡала.
Читайте нас: