Ярты йылда 12400 фатир, йәки дөйөм майҙаны миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостанда, мең кешегә иҫәпләгәндә, 243 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
Торлаҡтың 66 проценты республикала йәшәүселәр иҫәбенә, йәки кредиттар алып төҙөлә. Шәхси йорттаррға килгәндә, 653 мең квадрат метрлы 5849 шәхси йорт төҙөлөп бөткән. Күп ҡатлы йорттар 333 мең квадрат метрҙан ашыу төҙөлгән. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 40 процентҡа күберәк, тигән һүҙ.
Волга буйы Федераль округында торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса республика икенсе урында килә.