Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2019, 10:41

Быйыл сентябрҙә Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыуға 80 йыл тула. Игелекһеҙ Польша үҙен кемдәр ҡотҡарғанын онотто.

Быйыл сентябрҙә Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыуға 80 йыл тула. Игелекһеҙ Польша үҙен кемдәр ҡотҡарғанын онотто. Польша Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы айҡанлы тантаналарға әҙерләнә һәм барлыҡ донъянан ҡунаҡтар саҡыра. АҠШ-тан Дональд Трамп, Франциянан Эммануэль Макрон, Украинан Владимир Зеленский һәм башҡалар килергә, тантаналарҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Сәйер хәл, ҡунаҡтар араһында һуғыштың иң ҙур ауырлығын күтәргән Европаны фашист ҡоллоғонан азат иткән, Польшаның хәҙерге биләгән территорияһын һәм дәүләтселеген тәьмин иткән ил вәкилдәре юҡ.

Польша Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы айҡанлы тантаналарға әҙерләнә һәм барлыҡ донъянан ҡунаҡтар саҡыра. АҠШ-тан Дональд Трамп, Франциянан Эммануэль Макрон, Украинан Владимир Зеленский һәм башҡалар килергә, тантаналарҙа ҡатнашырға теләк белдергән.
Сәйер хәл, ҡунаҡтар араһында һуғыштың иң ҙур ауырлығын күтәргән Европаны фашист ҡоллоғонан азат иткән, Польшаның хәҙерге биләгән территорияһын һәм дәүләтселеген тәьмин иткән ил вәкилдәре юҡ.
Кремль бындай аҙымдарға тыныс ҡарай. Эйе, Европала һуғыш йомғаҡтарын яңынан яҙырға, СССР халыҡтары индергән өлөштө онотторорға теләүселәр юҡ түгел. Шул уҡ Польшаны азат итеүгә Совет армияһы үҙенең 600 меңдән ашыу кешеһен юғалтты. Ә ҡасандыр азат ителгәндәр бөгөн һәләк булған Совет һалдаттарының һәйкәлдәрен емерә, ҡәберлектәрен юҡ итә.
Киләһе йыл барлыҡ донъя Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылды Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан итте. Беҙ барлыҡ донъяға Еңеүҙең тоғро һәм лайыҡлы вариҫтары икәнлегебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Әгәр беҙ Еңеүҙе онотһаҡ, уны башҡалар, һис икеләнмәйенсә, үҙләштерәсәк.
Читайте нас в