Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2019, 11:05

Владимир Путин Александр Лукашенко менән осрашты. Белоруссияға нимә кәрәк, арзанлы газмы, кредитмы, әллә “ҡара алтынмы?”

Владимир Путин Александр Лукашенко менән осрашты. Белоруссияға нимә кәрәк, арзанлы газмы, кредитмы, әллә “ҡара алтынмы?” Рәсәй Президенты Владимир Путин Белорусь Президенты Александр Лукашенко менән рәсми булмаған шарттарҙа осрашты һәм Валаамдың Спасо-Преображенский ҡорамында булды, Баш собор, урындағы музей менән танышты. Кисен Путин менән Лукашенко Санкт-Петербургка килде. Ә бөгөн улар Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумында ҡатнашасаҡ. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Белорусь Президенты Александр Лукашенко менән рәсми булмаған шарттарҙа осрашты һәм Валаамдың Спасо-Преображенский ҡорамында булды, Баш собор, урындағы музей менән танышты.
Кисен Путин менән Лукашенко Санкт-Петербургка килде. Ә бөгөн улар Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумында ҡатнашасаҡ.
Шуны билдәләү мөһим, Рәсәй менән Белоруссия сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәре сираттағы һынау кисерә. Күршеләр, мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең ярҙамынан тыш, йәғни осһоҙ газ, нефть һәм арзан кредиттарҙан башҡа йәшәй алмай. Рәсәй етәкселеге интеграция мәсьәләләрен күтәрһә, Лукашенко сәйәси ярҙамды Көнбайыш Европа илдәренән, хатта АҠШ-тан эҙләй башлай. Күршеләрҙең алыҫ илдәрҙән газ һәм нефть һатып алырға теләүе көлөмһөрәү тойғоһо ғына уята. Был йәһәттән әлегә Белоруссия Рәсәйҙән дә ҡулай партнер тапҡаны юҡ. Көнбайыш Европа илдәрендә лә “батька”ға ҡарата мөнәсәбәт билдәле. Рәсәй менән һөйләшеүҙәрҙе яңынан башларға тура килә. Был юлы мөнәсәбәттәр ҡайһы йүнәлештә барыр, ваҡыт үҙе күрһәтер.
Читайте нас: