Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2019, 11:17

Банктар байығанға ҡыуанып йәшәйбеҙ. Рәсәй Банктары бер триллион һумдан артығыраҡ табыш алған.

Банктар байығанға ҡыуанып йәшәйбеҙ. Рәсәй Банктары бер триллион һумдан артығыраҡ табыш алған. Ҡыҫҡаһы, банктар халыҡ иҫәбенә байыуын дауам итә. 2019 йылдың 6 айында Рәсәй банктары былтырғы 634 миллиард һум урынына быйыл 1 триллион һумдан артығыраҡ табыш алған. Күпселек кредит биреү учреждениеларын дауалау (санация), көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе йотоуы, шиклеләрҙең юҡ ителеүе ойоштороусыһы булып дәүләт ҡатнашҡан банктарҙың табышының ҡырҡа артыуына килтерҙе.

Ҡыҫҡаһы, банктар халыҡ иҫәбенә байыуын дауам итә. 2019 йылдың 6 айында Рәсәй банктары былтырғы 634 миллиард һум урынына быйыл 1 триллион һумдан артығыраҡ табыш алған. Күпселек кредит биреү учреждениеларын дауалау (санация), көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе йотоуы, шиклеләрҙең юҡ ителеүе ойоштороусыһы булып дәүләт ҡатнашҡан банктарҙың табышының ҡырҡа артыуына килтерҙе.
Сит илдәрҙең банктары йыллыҡ 1-2 процент ставка иҫәбенә йәшәһә, Рәсәй банктары 15-20 процентты ла аҙ тип зарлана.
Шуға ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр әүҙем рәүештә кредит өҫтөнә кредит алыуын һәм бурыс һаҙлығына батыуын дауам итә. Улар иҫәбендә беҙ ҙә бар. Кешеләр, былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл финанс учреждениеларынан бурысҡа аҡса алыуҙы 20 процентҡа арттырған һәм рәсәйҙәрҙең дөйөм бурысы 16 триллион һумға еткән. Рәсәй халҡының 75 процентының банктар алдында бурысы бар.
Һуңғы йылда рәсәйҙәрҙең банктар алдындағы бурыстары 1,5 тапҡырға артҡан, халыҡтың 10 процентының бурыстары килемдәренә ҡарағанда 5 тапҡыр тиҙерәк үҫкән.
Был ҡурҡыныс хәлгә коллектор хеҙмәткәрҙәре лә иғтибар иткән. Мәҫәлән, 2014 йылда банк алдында бурысты ҡаплау өсөн уртаса 7 айлыҡ эш хаҡы талап ителһә, 2019 йылда уртаса 11 айлыҡ эш хаҡы етмәй.
Читайте нас: