Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2019, 10:22

Украина Путинға өмөт менән ҡарай. Зеленский Рәсәй Президенты менән һөйләшергә теләй.

Украина Путинға өмөт менән ҡарай. Зеленский Рәсәй Президенты менән һөйләшергә теләй. Бынан бер аҙна элек Украина яғы һорауы буйынса РФ Президенты Владимир Путин менән Украина президенты Владимир Зеленский араһында 20 минутлыҡ һөйләшеү булғайны. Ике яҡлы һөйләшеүҙә Донбасстағы хәл-ваҡиғалар, Рәсәй сиген боҙған Украина моряктарын ҡайтарыу, Минск килешеүҙәрен үтәү мәсьәләләре ҡаралғайны. #ВладимирПутин

Бынан бер аҙна элек Украина яғы һорауы буйынса РФ Президенты Владимир Путин менән Украина президенты Владимир Зеленский араһында 20 минутлыҡ һөйләшеү булғайны. Ике яҡлы һөйләшеүҙә Донбасстағы хәл-ваҡиғалар, Рәсәй сиген боҙған Украина моряктарын ҡайтарыу, Минск килешеүҙәрен үтәү мәсьәләләре ҡаралғайны.
Владимир Путин менән һөйләшеү Украина президентын дәртләндереп ебәрҙе һәм ул яңы аралашыуҙарға иҫәп тота. Зеленскийҙың Путин менән һөйләшергә ынтылыуын һайлау алды агитацияһы тип аңларға мөмкин. Сөнки оҙаҡламай Украинала Юғары Радаға һайлауҙар буласаҡ, Зеленский үҙенең “Халыҡ хеҙмәтсеһе” партияһы менән еңеүгә иҫәп тота һәм үҙ Хөкүмәтен булдырырға теләй. “Халыҡ хеҙмәтсеһе”нең еңеүгә өлгәшеүе бик ихтимал, сөнки күпселек украиндар, һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй – Украина мөнәсәбәттәренең яҡшырыуын теләй. “Әгәр мөнәсәбәттәр яҡшырһа, беҙ көн һайын һөйләшергә әҙер”, – тиҙәр Украина президентының хакимиәтендә.
Ә
инде Рәсәй яғына килгәндә, уның шарттары билдәле: Мәскәү Киевтан ике йыл элек
ҡабул итлелгән Минск килешеүҙәрен үтәүҙе талап итә.
Читайте нас: