Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2019, 13:18

Аҡса йыялар, ә сүп-сар һаман урынында ята. Рәсәйҙә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәртибе үҙгәреүе ихтимал.

Аҡса йыялар, ә сүп-сар һаман урынында ята. Рәсәйҙә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәртибе үҙгәреүе ихтимал. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, тормош алға атлаған һайын, сүп-сар күбәйә бара. Бынан 15-20 йыл элек сағыу-сағыу пакеттарҙы, үҙенә саҡырып торған шешәләрҙе, затлы кейемдәрҙе, тәмле ризыҡтарҙы сит ил киноларында ғына күрә инек. Аллаға шөкөр, беҙгә лә килеп еттеләр. Хәҙер иҫке тоҡсайҙарҙы, һыуы эселгән шешәләрҙе, кейем-һалымды, ризыҡ ҡалдыҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. Статистика шуны күрһәтә: быйыл сүп-сар, коммуналь ҡалдыҡтар былтырғынан 1,5 тапҡырға күбәйгән.

Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, тормош алға атлаған һайын, сүп-сар күбәйә бара. Бынан 15-20 йыл элек сағыу-сағыу пакеттарҙы, үҙенә саҡырып торған шешәләрҙе, затлы кейемдәрҙе, тәмле ризыҡтарҙы сит ил киноларында ғына күрә инек. Аллаға шөкөр, беҙгә лә килеп еттеләр. Хәҙер иҫке тоҡсайҙарҙы, һыуы эселгән шешәләрҙе, кейем-һалымды, ризыҡ ҡалдыҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. Статистика шуны күрһәтә: быйыл сүп-сар, коммуналь ҡалдыҡтар былтырғынан 1,5 тапҡырға күбәйгән.
Сүп-сар йыйыу реформаһы үҙен аҡламаны. Быны Рәсәй Хөкүмәте хәҙер үҙе лә таный. Сит илдәрҙә сүп-сар йыйыу менән күптән шөғөлләнәләр һәм уңышҡа өлгәшәләр. Ә беҙ тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашҡа яңы өйрәнәбеҙ.
Ни өсөн реформа ауыр бара? Халыҡ ыңғыраша-ыңғыраша аҡсаһын түләй, ил буйынса миллиардтар йыйыла, ә сүп-сарҙан ҡотолоуҙың отошло ғына алымдарын тәҡдим итеүсе юҡ. Шуныһы мәғлүм, уңышҡа бер йылда ғына өлгәшеп булмайҙыр. Алдынғы илдәр өсөн ул йәшәү рәүеше, ә беҙ һаман сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәнә алмайбыҙ. Шул уҡ тоҡсайҙар, шешәләр, кейем-һалым аҙыҡ-түлек менән бергә ергә күмелә. Сит илдәрҙә, мәҫәлән, эшкәртелә торған ҡалдыҡтарҙы йыйған өсөн аҙ булһа ла аҡса түләйҙәр икән.
Хәҙер
сүп-сар йыйыуҙы кеше башына түгел, һәр кешенән күпме йыйылыуынан сығып
иҫәпләмәкселәр икән. Шәп бит, әҙерәк сүп сығараһың, тимәк, әҙерәк түләйһең.
Тағы ла аҡса йыйып, халыҡты алдыштырыуға ғына ҡайтып ҡалмаһа ярар ине.
Читайте нас в