Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2019, 10:19

Хәтер һәм дан йылын үткәрәсәкбеҙ. Бөйөк Еңеү рухын беҙ һаҡларға бурыслы.

РФ Президенты Владимир Путин 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Хәтер һәм дан йылын үткәреү хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Хәтер һәм дан йылын үткәреү һәм ойоштороу Президент хакимиәтенең “Еңеү” ойоштороу комитетына йөкмәтелде. Ойоштороу комитеты бер ай эсендә үткәреләсәк сараларҙың исемлеген төҙөйәсәк. #ВладимирПутин

РФ Президенты Владимир Путин 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Хәтер һәм дан йылын үткәреү хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы.
Хәтер һәм дан йылын үткәреү һәм ойоштороу Президент хакимиәтенең “Еңеү” ойоштороу комитетына йөкмәтелде. Ойоштороу комитеты бер ай эсендә үткәреләсәк сараларҙың исемлеген төҙөйәсәк.
Рәсәй Федерацияһында Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле тарих ҡәҙерләп һаҡлана. Үкенескә ҡаршы, Көнбайыш илдәрендә Еңеүҙең әһәмиәтен төшөрөү, СССР-ҙың күп милләтле халҡының батырлығын онотторға тырышыу һуңғы йылдарҙа үҙен ныҡ һиҙҙерә. Бөйөк Ватан һуғышына бәйле тарихи хаҡиҡәт түгел, ялған пропаганда өҫтөнлөк итә. Европаның совет халҡы тарафынан йөҙәр меңдәрсә ҡорбан биреп азатлыҡ яулауын онотторорға теләүселәр бар. Хатта Көнсығыш Европа илдәрендә совет яугирҙарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе емерәләр, ҡәберлектәрен юҡ итәләр. Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙә Еңеү йолаларын һаҡлауға ҙур әһәмиәт бирелә. Быға ғәжәпләнергә ярамай, сөнки Еңеүгә бик күп ҡорбандар бирелә. Рәсәйҙә һуғыш ҡағылмаған ғаиләләр юҡ, тип әйтерлек.
Бөйөк Еңеү менән бәйле саралар Рәсәйҙә киләһе йылда Мәскәүҙә Еңеү Парады менән тамамланасаҡ. Байрам тантаналарында донъяның күпселек илдәренән абруйлы ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Читайте нас: